Главная » 2015 » Июнь » 18 » 27 июня 2015 г. - праздник "Шәжәрә байрам"
11:16
27 июня 2015 г. - праздник "Шәжәрә байрам"
Хөрмәтле ауылдаштар! 27-се июнь Ташбүкән ауылында Кирәй-ҡыпсаҡ ырыуы вәкилдәренең 5-се йыйыны үтә. Йыйында бер ыңғайҙан "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" һәм "Шәжәрә байрамы" уҙғарылып, был тарихи-мәҙәни сара Бөйөк еңеүҙең 70 йыллығына арнала. Байрамға Кирәй-ҡыпсаҡ ырыуы аҡһаҡалы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғоман Мусин, "Урал" халыҡ үҙәге рәйесе Риф Иҫәнов, Кирәй-ҡыпсаҡтарҙың ырыу ҡорбашы Сабир Шәрипов, шағир Дамир Шәрәфетдинов, шулай уҡ ырыуҙың абруйлы, арҙаҡлы вәкилдәре, бүтән райондарҙан ҡунаҡтар килеүе көтөлә. Хөрмәтле ауылдаштар! Барығыҙ ҙа байрамға рәхим итегеҙ! Башланыу ваҡыты 11.00
Просмотров: 81 | Добавил: almira
Всего комментариев: 0
avatar