Главная » 2014 » Сентябрь » 26 » Алатауҡай ҡалды ҡыйылып...
23:27
Алатауҡай ҡалды ҡыйылып...
Алатау, Алатау... Беҙҙең «ГАЗель» Өфөнән иртүк сыҡһа ла, Ишембай районының тарихи Маҡар ауылынан боронғо Ҡолғонаға, ике сәғәт буйы айҡала-сайҡала, саҡ барып етә алды. Ҡаршыға бүрәнә тейәгән ҡеүәтле «Урал»дар саң борҡотоп елә, эргәнән әрһеҙ «УАЗ»дар, «Нива»лар – яманатлы Әбей батша юлынан ғына йөрөй алырлыҡ машиналар уҙа. Һәммәһе лә кирәй-ҡыпсаҡ ырыуының дүртенсе йыйынына ашыға. Яманатлы тиеүем шул: Екатерина II һалдырған таш юлдан ҡасандыр пугачевсылар, юлаевсылар әсир хәлендә Себер һөрөлгән. Йәйәүләтеп, аяҡ-ҡулдарын бығаулап..

Һуңлайбыҙ бит Ҡолғонаға, һеҙ юлдамы, Ҡалыуға еттегеҙме, тип Белореттан килеүселәргә шылтыратып ҡарайым: «мобилка» ләм-мим – бәйләнеш юҡ был яҡтарҙа!
Ҙурайған Ҡолғона. Былтыр ғына һалынған мәсетенең көмөш айы нур балҡыта, урта мәктәп ихатаһында халыҡ ҡайнаша, кемдәрҙер халыҡ яҙыусыһы, ырыу аҡһаҡалы Ноғман Мусиндың ижад йортона инеп сыға. Һуңланыҡ тиһәк, Белорет ҡыпсаҡтары яҡындағы Иҫке Һәйет ауылында, халыҡты йыйып, мәҙәниәт йортона, ветерандарға иҫтәлекле бүләктәр тапшырып килмәксе икән. Изге эшкә үпкә юҡ, сәғәттән ашыу көтөргә тура килде үҙҙәрен. Ә ҡолғоналар ҡымыҙ, ба­уырһаҡ тотоп, йыр-моң әҙерләп торҙо.
Килде яҡташтарым! Иң алда – танылған композиторыбыҙ һәм йәмәғәт эшмәкәре Мөхәррәм Сәлимов, думбыраһын сиртеп, өзләүен дә ҡатыштырып, Салауат Юлаев һүҙҙәренә үҙе баш­ҡарыуында «Ай, Уралым, Уралым!» ҡобайырын яңғыратты. Ни генә тимә, республикабыҙ Са­лауаттың тыуыуына 260 йыл тулыуҙы билдәләгән мәл бит.
Ҡотлау-сәләмдәр менән алмашып, сәйләп алғандан һуң, флагтар елберҙәтеп, егермеләгән машина Алатау үренә ыңғайланы. Ә битләүҙә халыҡ ҡайнаша, ҡаҙандар аҫылған, ярыш, көрәш майҙандары әҙер. Ырыуҙаштар ҡыпсаҡтарға ғына хас сабырлыҡ, мөләйем йөҙ менән ҡул ҡыҫыша, арҡа һөйөшә, күстәнәстәр, бүләктәр алмаша. Иғтибар иттем: кирәйҙәрҙең күбеһе буйға һомғол, төҫкә аҡһыл, йәшкелт-зәңгәр күҙлеләр.
Йыйынды йыр-моң, нәфис һүҙ менән Ҡолғона һәүәҫкәрҙәре асты. Ауыл биләмәһе башлығы Моғаттар Мостафин өлгөлө өйҙәргә һәм ғаиләләргә, хеҙмәт ал­­дынғыларына бүләктәр тапшырғас, Ишембай районы хакимиәте вәкиле Рәмил Абдуллин, ырыу ҡорбашы Сабир Шәрипов, «Урал» башҡорт халыҡ үҙәге рәйесе, юрматы ырыуы ҡорбашы Риф Иҫәнов, Белорет ҡыпсаҡтары делегацияһы етәксеһе Булат Яныбаев, эшҡыуарҙар Ришат Мөхәмәтвәлиев, Ғиниәт Баййегетов, Рим Аллаяров, мәғариф ветераны Дәриғәт Рәхимов фәһемле фекерҙәре менән уртаҡлашты.
Артабан инде өс сәғәт буйы сәхнә эргәһенән һәүәҫкәрҙәр һәм тамашасылар өҙөлмәне. Йәше лә, ҡарты ла ул бейене, ул йырланы йә гармун тартты. Атаҡлы Бабсаҡ бей, Ҡуйлы, Ҡалыу бейҙәр, Ҡолға мулла, Хәйбулла әүлиә, Дәүләтбай, Сысҡан батырҙар, Баҡый, Норош, Өмөтбай казактарының нәҫел-нәсәбе үҙешмәкәрлектә лә, урмансылыҡ кәсебе күргәҙмәләрендә лә, аш-һыу яраштырыуҙа ла оҫталыҡтарын ихлас күрһәтте. Ә көрәшселәр һуң! Урман батырҙары бер-береһен бысҡы вағы һибелгән «келәм»гә сүп шайы ла күрмәй елгәрә генә!
Бер нисә ҡунаҡтың фекерен дә яҙып алырға насип булды.
Иршат, Яңы Һәйет ауылынан:
– Тау-урман зонаһында боронғо кәсептәрҙе тергеҙеү, солоҡсолоҡто үҫтереү өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар...
Садиҡ Яныбаев, Белорет районының Өмөтбай ауылынан, йылҡысы:
– Иҫке Һәйет ауылына тәүҙә тиҫтәләгән йәш-елкенсәкте һыбай юлландырырға теләгәйнем. Атай-олатайҙар йөрөгән иҫке тура юлдан. Яҡын да бит, тик күгәүен ыҙалатыр тип был уйҙан кире ҡайттыҡ.
Нәзилә, хужабикә:
– Баҡый ауылынан Иҫке Һәйеткә Ҡалыу яғалап ике балам менән йәйәү атланыҡ (Һәйеттән Ҡолғонаға – ун саҡрым – машинала туғандар алып килде). Алты сәғәт буйы атланыҡ, шыр урмандан, еләк, әберсә ашай-ашай. Арба юлы ла насар беленә хәҙер, сөнки ҙур-ҙур машиналар ағас ташып боҙоп бөткән.
Урал Әминев, йәмәғәт эшмәкәре:
– Баҡый менән Һаралы араһы – һигеҙ һыу аша, һигеҙ саҡрымлыҡ. Оло Шишәнәк аша баҫма ныҡ иҫкергәйне, ике ауыл егеттәре менән бригада төҙөп, һәйбәтләп күпер һалдыҡ.
Салауат, Бөрйән районының Аҫҡар ауылынан:
– Ҡәрҙәштәрҙең йыйынында икенсе тапҡыр ҡатнашам. Бала саҡта әсәй-өләсәйҙәргә эйәреп, урман ҡосағындағы, тауҙар ҡуйынындағы әллә нисәмә ауылға, утарҙарға һуғыла инем. Йәл: күп ауылдар, утарҙар юҡ инде хәҙер. Ә былай йыйын оҡшай, ифрат күңелле һәм эшлекле уҙа.
Ришат, Белорет ҡалаһы:
– Былтырғы йыйын алдынан Өмөтбай – Егәҙе араһында бөтә йылғаларға дөрөҫ кенә башҡортса атамаһы яҙылған таҡталар ҡаҡтыҡ, юлаусылар ял итһен өсөн туҡталҡалар яһаныҡ, кисеүҙәрҙе, йырындарҙы күперләнек, был эш бөгөн дә дауам итә. Әйткәндәй, ер-һыу атамаларын дөрөҫ яҙыу мәсьәләһен башҡа ауылдар ҙа күтәреп алды.
Рауил Ғилманов, Егәҙе урмансыһы:
– Ырыуыбыҙ ойошмаһы төпкөл ауылдарҙы һаҡлауҙа етәкселеккә ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә тырыша. Иң мөһиме – яҡташтарым үҙ ауылдарының тарихын, нәҫел-нәсәп дәфтәрен, туғанлыҡ ептәрен белергә ынтыла. Дүртенсе йыйынға ла мин ҡеүәтле машинама дәртле, юлға сыҙамлы азаматтарҙы ултыртып, кабина өҫтөндә Рәсәй һәм Башҡортостан флагтарын елберҙәтеп сыҡ­тым. Ҡайҙалыр юлдар ипләнә, телефон номерҙары өҫтәлә икән, бында ырыу хәрәкәтенең дә ыңғай тәьҫире барҙыр, тим…
Бирғәлиндәр, Силәбе шахтерҙары:
– Һаралы, Шишәнәк, Еҙем, Таҡаты, Ҡат, Ҡаракәзә буйҙарында бесән саптыҡ, утын өйҙөк, кәрәк икән, атайҙарға ҡушылып, яҙғы-көҙгө ташҡындарҙа Ғафури районы пристандәренә тиклем һалға баҫып ишкәк иштек, Еҙем йылғаһының шаршыларын, ҡаяларын күреп үҫтек. Һунарға ла йөрөнөк, был бик кәрәк: хәҙер айыуҙар, бүреләр ауылдарҙы баҫа, малды ҡыра, ә берәүҙә лә мылтыҡ юҡ.
Ошоға ауаздаш фекерҙәрҙе байтаҡ ишеттем. Был хаҡта матбуғатта уйланыуҙар, тәҡдимдәр, фекерҙәр күп һымаҡ. Һәр хәлдә, Алатауҙы артылғанда ошондай уйҙарға тарыным. Ә бит йыйын бик һәйбәт, илһөйәрлек, ерһөйәрлек рухында үтте. Унда төпкөл башҡорт ауылдарының яҙмышын хәстәрләү, йәмәғәтселекте ошо мөһим социаль күренештәргә йәлеп итеү, хатта ки республика етәкселегенә Алатау, Ҡалыу, Таҡаты, Ҡашҡартау, Бәштин, Елмерҙәк, Олоғор һәм башҡа бейек тауҙар араһында бөтөп барған ауыл, утар, кордон, урмансылыҡтарҙы тергеҙеү мәсьәләһен еткереү (ғәжәп хәл: йөҙҙәрсә саҡрым арауыҡта бер урмансыны, егерҙы йәки һунарсылар берлегенә ҡараған әҙәмде осратмаҫһың – ысынлап ташландыҡ һәм кемгәлер бушҡа биреп ҡуйылған ерҙәр һымаҡ) бурысы ла ҡуйылды. Унан килеп, төпкөл ауылдарҙа мәктәптәр, китапханалар, клубтар, медпункттар ябыла. Был ни хәл? Кешеләр күсенә… Ә ҡайҙа? Кемгә һыйыналар? Ауыр ваҡыттарҙа туған туғанға тартылыусан, шуға күрә лә тау ҡыпсаҡ­тарының Ҡолғона ише эрерәк үҙәккә тартылыуы һис тә ғәжәп түгел. Уйлауымса, кирәйҙәрҙең ырыу-этнографик музейы ла ошо ауылда булырға тейеш, унда, мәҫәлән, ырыуҙың йылъяҙмаһы, шәжәрәләре, монаяттары урын алыр ине.

* * *
Уйҙарымды ҡеүәтләгәндәй, дүрт райондан йыйылған делегаттар аҙмы-күпме фекер төйнәне. Әй­тәйек, тау-урман башҡорттарының социаль хәлен заманса кимәлгә еткереү, йәғни юлдар һалыу, элемтә, тәьминәт булдырыу, кирәй-ҡыпсаҡ, ҡарағай-ҡыпсаҡ һәм уларға күрше этник төркөмдәрҙең бөгөнгө ҡараштарға нигеҙләнеп яҙылған китабын әҙерләү, иң яҡшыһы – ырыуҙың берләшеү хәрәкәтен туҡтатмау. Ә бит ҡасандыр Башҡорт хан үҙе ҡыпсаҡ нәҫеленән булған, ә уның вариҫтары үҙҙәрен «ил-гәрә» тип йөрөткән. Миҫалға Бошман Ҡыпсаҡты ғына алайыҡ. Баҫ­ҡынсылар, башыңды ҡырҡабыҙ, тубыҡлан, тигәндә әйткән бит батыр: «Дөйә генә тубыҡлана…» Юҡ, яуҙар ялмай күрмәһен тауҙарҙы!
Ҡайтышлай яҡташым мәрхүм Ғәли ағай Хәмзин башҡарыуындағы ғәжәп көйҙөң – тауҙарға бер менгән, бер төшкәндәге хисиәт уятыусы, йәғни «Алатау» йырының – үҙе ябай, үҙе фәлсәфәгә бай мәғәнәһе хәтерҙе яңыртты:
Ҡыҙҙар ғына ҡайтты, ай, йыйылып,
Алатау меҫкен ҡалды ла ҡыйылып…
Йырҙа ҡымыҙлыҡ туйы – йәштәрҙең арбаларға тейәлешеп, һыбай атланып, танышыр, күҙләшер, туғанлашыр, һары бал тәмләр, бер-береңә хөрмәт күрһәтер өсөн элек Алатау биләндәренә йыйылыуы хаҡында һүҙ бара. Иғтибар итегеҙ: бил бирмәгән Алатауҙы халыҡ «меҫкен» тип берсә йәлләй, берсә ололай, берсә кәмһетә, берсә һағына… Беҙ ҙә ҡайттыҡ йыйындан, Алатауҙы артылып, уны еңгәндәй булып.
Хуш, Алатау! Киләһе йыл ошо ваҡытта һинең тағы бер иҫ китмәле итәгеңдә – Ғафури районына ҡараған Ташбүкән ауылында – осрашырға яҙһын. Ырыуҙың әүҙем ағзалары – Ташбүкән һәм Белорет районына ҡарап та, һаман да машина үтмәҫлек юлһыҙ интеккән Һаралы (Хәйбулла) ауылдары вәкилдәре бергәләшеп, ырыу ҡошон, йәғни бишенсе эстафетаны, үҙҙәренә алып ҡайтты. Осто бөркөт, осто, һырттар аша, бейеккәрәк, алыҫыраҡ.
Имен йәшә, Алатау! Рәхмәт, Ҡолғона, осраштырҙың, ҡыуандырҙың, моңландырҙың. Бихисап төрлө үлән-сәскәләрең һутҡа тулышып, ялбыр йүкәләреңдән бал тамып торған саҡ… Туғандарҙың һағынышҡан сағы. Ә минең күңелдә әүәлге бер шиғырым һаман яңғырағандай:
Ер еләге йыя ҡыҙым тауҙа,
Әсәйемдән ҡуша сер йыя.
Өләсәйең шундай ине, тиеп,
Йылы ғына атай йылмая…
Быуындарҙы ерлеккә бәйләр туғандар йыйыны булды был осрашыу.

Дамир Шәрәфетдинов,
Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге
премия лауреаты, шағир.
"Башҡортостан " гәзите (08.08.2014й)
Просмотров: 232 | Добавил: АСП
Всего комментариев: 0
avatar